«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға. Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.

Fatal error: Uncaught Error: Call to a member function fetch_row() on false in /home/user/web/тумба.онлайн/private/versions/ver_5/pages/books_single.php:285 Stack trace: #0 /home/user/web/тумба.онлайн/private/versions/ver_5.php(577): include() #1 /home/user/web/тумба.онлайн/public_html/index.php(200): include('...') #2 {main} thrown in /home/user/web/тумба.онлайн/private/versions/ver_5/pages/books_single.php on line 285